День Родного языка

Февраль 21, 2025 Просмотров: 351
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #БашҡортТеле #ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, үкенескә ҡаршы, уларҙың күптәре юғалыу сигендә.
Башҡортостан - йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәгән күп милләтле төбәк. Республикабыҙҙа башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, украин, мордва, немец һәм башҡа милләт вәкилдәре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, дәүләт телдәре булып башҡорт һәм рус телдәре тора.
Һәр милләт өсөн туған теле - иң яҡын, иң ғәзиз тел
Рәми Ғарипов.
ТУҒАН ТЕЛ
Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай, ынйы йыямын,
Йыямын да - йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Зәйнәп Биишева.
БАШҠОРТ ТЕЛЕ

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем — бөйөкһөң һин,
Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!

Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,
Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,
Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,
Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле — минең телем!

Баязит Бикбай.

Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел – тере шишмә - үлмәгән,
Бөгөнгә еткән !
Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы !
Ерҙә халыҡ йәшәй икән,-
Теле лә йәшәй !
Телен асҡанда,
һәр бала
Әйтәсәк «Әсәй !».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен !..

Салауат Әбүзәр.
МИНЕҢ ТЕЛЕМ

Таш быуаттан килә минең телем,
Мәмерйәлә тыуған тәүге өнө.
Һөңгө сыңы ишетелә унда,
Һеңеп ҡалған уға ут төтөнө.

Яңғыраған ул йыртҡыс аулағанда,
Йәйәләрҙән осҡан уҡ булып.
Тиртеп сыҡҡан бейә елененән,
Сәскәләрҙән тамған һут булып.

Ҡылыс булып ҡындан һурылған ул
Яу килгәндә тыуған еремә.
Ул ағылған ҡурай моңо булып,
Күтәрелеп Урал үренә.

Үртәгәндәр уны һәм аҫҡандар...
Меңәрләгән ауыл көлөнән
Ул терелеп ҡабат атылып сыҡҡан
Бишектәге сабый теленән.

Ата-бабаларҙың аманаты,
Тере рухы – башҡорт теле ул.
Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы,
Милләтемдең изге түле ул!

Туған тел

Ниндәй көнгә ҡалдыҡ: туған телде
Өйрәнәбеҙ ғаризалар яҙып.
Был бит ерләү бөгөн Әсә телен,
Үҙ ҡулыбыҙ менән ҡәбер ҡаҙып.

Был – милләтте юҡ итеүҙең башы,
Был – юғалтыу тыуған илеңде!
Тимәк, бөгөн килер быуындарҙың
Муйынына элмәк эленде!

Телһеҙ Герасимдай булһаҡ әгәр
Балабыҙ ҙа булыр бер “Му-му”.
Ете яттар телде быуа алмай,
Үҙебеҙ батырабыҙ беҙ уны!

Ниндәйҙер бер Иван ҡулындамы
Туған телебеҙҙең ғүмере?!
Батшаларға баш эймәгән башҡорт
Ошо яҙмышына күнерме?!.

Рәшит Шәкүр.
ЕРЕМ, ИЛЕМ, ТЕЛЕМ

Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.

Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.

Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.

Лариса Абдуллина.
БАШҠОРТ ТЕЛЕ.

Һин — боронғо яугир, башҡорт теле,
Еңеп сыҡтың һәр бер алыштан!
Сынйыр сыңы, ҡылыс тауыштары
Ишетелә алыҫ-алыҫтан.

Салауат та һинең кеүек булған,
Һөргөнлө лә үткән ғүмере.
Ауылдарҙа һине һаҡлағандар,
Көлгә күмгән кеүек күмерҙе.

Йыраусылар һиңә ҡалҡан булған.
Ҡырҡҡанда ла телен сәсәндең,
Һуңғы һүҙен әйтеп киткән улар,
Түбән төшөрмәгән бәҫеңде.

Һин — дәүләттең именлеге, телем!
Һалдат кеүек һаҡта бөгөн дә!
Халҡың киләсәген йөкмәп алдың,
Һин күтәрҙең намыҫ йөгөн дә!

Башҡорт теле!
Һин сабыйым кеүек ғәзиз!
Ҡараштарың беҙгә төбәлгән.
Әйтсе, ҡайһы әкиәттә сафлыҡ
Яһилдарҙың барын еңәлгән?!

Әйтсе, телем!
Һин бит тере ауаз!
Бармы һине һаҡлар заттарың?!
Хыянатҡа, беләм, язаң ҡаты...
Тоғроларҙың ҙурла анттарын.